Һыу һылыуы кеүек был ҡыҙ Ейәнсура башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы Фәниә Юланова булыр.
Мәжит ауылында йәшәүсе Әлимә менән Марат Юлановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Фәниә “бишле”гә генә уҡый. Йыл һайын Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Өфөлә үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе уҡыусы балалар араһында конкурста данлы эпосыбыҙҙы төрөк телендә һөйләп, Гран-приға лайыҡ була.
Фәниә Юланова — әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ. III класта уҡығанда уҡ шиғырҙар, хикәйәләр яҙа башлай. “50-нән ашыу шиғырым, өс поэмам бар”, — ти ул, оялсан йылмайып.
Киләсәккә булған уй-ниәттәрен дә йәшермәне уңған ҡыҙ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инергә теләй икән, ғалим булырға ла уйы юҡ түгел. Изге хыялдарың бойомға ашһын, Фәниә һылыу!
С. НӘЗИРОВ.