“Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тарихы 1933 йылға барып тоташа. Ул саҡта Мишкә ауылында республикала беренселәрҙән булып район торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошторола һәм бер нисә торлаҡ йортто, мунсаны һәм сәс киҫтереү урынын хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, үтә ябай һәм мөмкинлектәре сикле була уның. Һәр хәлдә районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың оло юлы шулай башлана. Йылдар дауамында әлеге предприятие төрлө үҙгәрештәр кисереп, үҙенең йәшәүгә һәләтен раҫлай. 2007 йылда ул “Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булараҡ формалаша. Предприятие район үҙәге халҡын йылылыҡ, электр энергияһы һәм һыу менән тәьмин итә, тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәрен ҡарап тора, шулай уҡ төҙөлөшкә бәйле бурыстарҙы үтәй. Нәҡ ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһендә йорттарҙан йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, крандарҙан һыу өҙөлмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәр саҡ көйлө эшләһен, хәүефле хәлдәр тыумаһын өсөн предприятие коллективы ең һыҙғанып тырыша. Инженерлыҡ селтәрҙәрендә һәм коммуникацияларҙы йүнәтеүгә һәм тәртиптә тотоуға, файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә талап ҡаты. Предприятие, мәҫәлән, 25 километр оҙонлоҡтағы һыу торбаларын, 111,2 километрлыҡ электр тапшырыу линияларын, ете километр тәшкил иткән йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Ғөмүмән, ҡеүәте 7,380 мең кВт булған ҡырҡҡа яҡын трансформатор улар ҡарамағында. Ҡышҡы осорҙа дөйөм майҙаны утыҙ мең квадрат метрҙан ашыу булған 28 күп фатирлы йортто йылылыҡ менән тәьмин итәләр. Бында социаль-мәҙәни биналар ҙа өҫтәлә. Күренеүенсә, предприятиеның эшмәкәрлеге күп тармаҡлы һәм халыҡтың йәшәйешен тәьмин иткән төп объекттар менән бәйле. Шуны билдәләү урынлы: матди-техник база һәр ерҙәге кеүек иҫкергән булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа төбәктә етди авариялар күҙәтелмәгән, сөнки йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫалар. Әйтәйек, ағымдағы йылда һыу селтәрҙәрен яңыртыуға — 18,8 мең һум, һыу туплағысты төҙөкләндереүгә 74 мең һум аҡса тотонолған. Йәнә 370 метрлыҡ һыу селтәрен алыштырыу бурысы тора.
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында электр линияларын төҙөкләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелә. Быйыл 1,53 километр оҙонлоҡтағы иҫкергән линияны яңыртҡандар. Ауылдың Дубки биҫтәһендәге яңы йорттар электрға тоташтырылған. Әле Орсаев, Заһитов, Фәтхинуров, Белов урамдарында электр селтәрҙәре киңәйтелә. Яҡтыртыу Мишкә ауыл Советы менән килешеү нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
Предприятие эшсәндәре үҙәк ҡаҙанлыҡ хужалығын яуаплы осорға тулыһынса әҙерләп ҡуйған. Йылылыҡ трассаларында ла эш ҡыҙыу бара. Иҫкергән селтәрҙәр полипропилен изоляциялы заманса торбаларға алыштырыла. Был эш алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Предприятие етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заманса технологиялар иҫәбенә яңыртыуға ҙур тырышлыҡ һәм финанс сығымдары йүнәлтә.
Предприятие төҙөлөштәр ҙә алып бара. Был йәһәттән ғорурланып һөйләрлек уңыштары бар. Мәҫәлән, Мишкә районының Ҡарманай ауылында — газ бүлгес, Староваськинола һәм Ҡариҙел районының Берҙәш һәм Байҡы ауылдарында газ үткәргестәр һуҙғандар.
— Хәҙер ауыл халҡы ла ҡалалағы кеүек уңайлыҡтарға ынтыла. Шуға бәйле коммуналь хеҙмәттәргә ихтыяж да, талаптар ҙа үҫә, — тип һөйләй “Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” предприятиеһы директоры Рауил Әлимов. — Эшебеҙҙе бөгөнгө талаптар юғарылығында башҡарырға тырышабыҙ. Төҙөлөштә һәм төҙөкләндереүҙә заманса технологияларҙы һәм юғары сифатлы материалдарҙы ғына файҙаланабыҙ. Һәр кемдән эште еренә еткереп башҡарыу, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә.
Рауил Әйүп улы Мишкә районында тыуып үҫкән. Өфө дәүләт нефть-техник институтын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған ере менән бәйләгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта мастерҙан алып директорғаса күтәрелгән. Яҡташтарының тормош-көнкүрешен заманса итеүгә ынтылышы уға етәкселек эшендә көс һәм ҡеүәт өҫтәй. “Етәксенән уңдыҡ”, — тиҙәр коллективта уның тураһында.
Предприятиела 43 кеше мәшғүл. Һәр кем күңел һалып тырыша. Мастерҙар Фәдис Ниғмәтуллин, Радик Ғәлиәскәров, Константин Бикмурзин, үҙәк ҡаҙанлыҡ операторҙары Валерий Имаев, Алексей Саляев, Александр Байрамов, слесарь Анатолий Ибаев, электр менән иретеп йәбештереүсе Ринат Яфасов, экскаватор машинисы Тимерхан Сабиров, электр монтерҙары Аркадий Саптиев, Виталий Әхмәҙиев, машинист Николай Изергин кеүек булдыҡлылар данлай коллективты. Предприятиеның эшмәкәрлеген заманса һәм һөҙөмтәле ойоштороуға һәр ҡайһыһы үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә.