Йылыла уҡыясаҡтар28.08.2015
“Берҙәм Рәсәй” пар­тия­һы­ның “Реаль эштәр” проекты төбәктә мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә яр­ҙам итә. Мәҫәлән, Бе­ло­реттағы 18-се мәктәптең йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж ине.

Быйыл июндә үткән йыйылышта Белорет районы халҡы тиҙ арала хәл ителергә тейешле байтаҡ мәсьә­ләләрҙе күтәрҙе. Уларҙың күбеһе һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, мәҙәниәткә, төҙөлөш объекттарына, юл­дарҙы ремонтлауға, яҡтыртҡыстар ҡуйыуға ҡағыла ине. Юғарыла әйтелгән уҡыу йортондағы йылылыҡ системаһы капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж икән­леген дә иғтибарға алдылар.
Мәктәп директоры Сергей Костенков әйтеүенсә, 1965 йылда файҙаланыуға индерелгән өс ҡатлы бина Белорет ҡалаһының ситендә урынлашҡан. Йылылыҡ менән уны айырым биналағы ҡаҙанлыҡ тәьмин итә. Әлегә тиклем йылытыу системаһына ҙур булмаған ремонт үткәрелгән, торбалар алмаштырылған. Ә башҡа ҡаттарҙағы торбалар бер тапҡыр ҙа төҙөк­лән­де­рел­мәгән. Ҡайһы бер кластарҙағы торбалар йылынмай тиерлек.
— Ҡышын балаларға дәрестә ҡалын кейенеп ултырырға тура килә. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай, әлбиттә, — ти мәктәп етәксеһе.
Әле капиталь төҙөкләндереүгә аҡса бүленгән, подрядсы ла билдәләнгән. Партияның төбәк бүлексә­һендә әйтеүҙәренсә, ремонтты сентябрь аҙағына тамамлау күҙаллана.





Вернуться назад