Тәжрибә бүлешкән һайын арта28.08.2015
Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре Ишембай районындағы коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты. Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек айҡанлы комиссия ағзалары семинар үткәрҙе.

Ишембай районында 13 сентябрҙә муниципаль һайлау уҙғарыла. Бының өсөн 115 округ ойошторолған. Шуларҙың бишәүһе — күп мандатлы. Әле 130 депутат мандатына 260 кеше дәғүә итә.
Райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ришат Сәлимгәрәев үҙенең сығышында тауыш биреү кампанияһы, кандидаттар, биләмәлә ойошторолған округтар хаҡында һөйләне. Буласаҡ һайлау, тауыш биреү көнөнә биналарҙы әҙерләү, технологик ҡорамалдарҙың нормативтары хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү ысулдарына айырым туҡталды ул. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һайлау документтарын һаҡлау, тауыш биреү көнөндә участка комиссияһының эшен ойоштороу, инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр менән бәйләнеш тураһында ла хәбәрҙар булды.
Өфөнөң Дим районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Айрат Сөләймәнов ваҡытынан алда тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләләре хаҡында бәйән итте. Семинарҙа участка комиссиялары ағзалары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.








Вернуться назад