
Авиация сәнәғәте үҫешендә Башҡортостандың өлөшө тос
Ошо көндәрҙә Мәскәү янындағы Жуковский ҡалаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “МАКС-2015” халыҡ-ара авиация-йыһан салонында булды һәм экспозицияны, шул иҫәптән Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Берләштерелгән двигатель эшләү корпорацияһы” стендтарын ҡарап сыҡты. Сара барышында ул “Берләштерелгән двигатель эшләү корпорацияһы” һәм “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәттәренең генераль директорҙары Александр Артюхов һәм Александр Михеев менән дә осрашты. — Ҙур авиация ойошмалары, йыһан өлкәһе предприятиелары етәкселәре менән бөгөн күп осрашыуҙар булды. Уларҙың барыһында ла Башҡортостан предприятиеларын өҫтәмә эш менән тәьмин итеү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, яңы техниканы үҙләштереү, бер нисә производствоны яңыртыу хаҡында һүҙ барҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Күргәҙмәгә ҡарағанда, авиадвигателдәр, вертолеттар эшләүгә Башҡортостандың тос өлөш индереүе асыҡ күренә. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хәрби авиация двигателдәре сығара. Агрегат предприятиелары иһә самолет двигателдәре өсөн агрегат етештерә. Күмертауҙағы вертолет заводы, авиация конструкторлыҡ бюролары эшләй. Уларҙың барыһы ла республикабыҙҙағы сәнәғәт машиналары эшләү тармағының ҡеүәтен тәшкил итә.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандағы машиналар эшләү комплексы тиҙҙән әүҙемләшәсәк, сөнки уның продукцияһына авиация сәнәғәтендә ихтыяж ҙур. Бынан тыш, ҡайһы бер сит илдәрҙә лә “Ка-226” вертолеттарын йыйыу предприятиелары асылыуы ихтимал. Күмертау авиация предприятиеһының мөмкинлектәренә килгәндә, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл унда сәнәғәт етештереүе күләме 8-10 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, йәғни былтырғы күрһәткестән 2-2,5 тапҡырға юғарыраҡ буласаҡ.
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә уңышҡа өлгәшә. Предприятиела эш динамикаһы, бынан 4-5 йыл элекке күрһәткестәр менән сағыштырғанда, бөтөнләй үҙгәрҙе. 2010 йылда етештереү күләме 17 миллиард һум булһа, бөгөн — 50 миллиард һумдан ашыу, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, уңыштың сере — коллективта тәжрибәле белгестәр эшләүендә, инновациялы асыштарҙы ғәмәлгә индереүҙә.
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек предприятиелар, ҡеүәтле авиация, авиадвигателдәр сәнәғәте булғанда, Рәсәй донъялағы инженерлыҡ асыштары, инженерлыҡ технологиялары өлкәһендә лайыҡлы урын биләйәсәк, тип ышанам. Бөгөн был айырыуса мөһим, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.