Үҫеш күҙгә күренерлек28.08.2015
2015 йылдың ғинуар—июлендә Башҡортостанға күпме аҡса бүленгәнлеге һәм уның нисек тотонолғанлығы билдәле булды.

1 авгусҡаса төбәктең тупланма бюджеты килемдәр буйынса 103,8 миллиард һумға үтәлгән, был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 10,2 процентҡа күберәк. Республиканың Финанс министрлығы билдәләүенсә, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған керемдәр 82,2 миллиард һум тәшкил иткән — 2014 йылдың ғинуар—июле менән сағыштырғанда, 5 миллиардҡа артҡан.
Отчет осоронда республиканың тупланма бюджеты сығымдары 98,9 миллиард һум күләмендә финансланған, йәғни былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 105,5 процент. Сығымдар структураһында социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә — сығымдарҙың 76,5 проценты, йәғни 75,6 миллиард һум.
Ете ай йомғаҡтары буйынса төбәк бюджеты 2014 йылдың ғинуар—июненә ҡарата 11,4 процент үҫеш менән 84,9 миллиард һум күләмендә үтәлгән, сығымдар — 9 процент үҫеш менән 81,9 миллиард һум. Урындағы бюджеттарҙың килеме (47,1 миллиард) сығымдарҙан (45,2 миллиард) 1,9 миллиард һумға күберәк.







Вернуться назад