Ураҡтың яртыһы тамам28.08.2015
Башҡортостан баҫыуҙарының 799 мең гектарында, йәғни яҡынса 45 процентында, иген культуралары һуғылған. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте.

Ун һигеҙ райондың хужалыҡтарында уңыштың яртыһынан ашыуы йыйып алынған, Дүртөйлөлә иһә күрһәткес 62 процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә республика буйынса 49 мең гектарға яҡын майҙан урып һуғылған.
Бөгөнгәсә Стәрлетамаҡ районында – 71,64 мең, Саҡмағошта — 70,29, Илештә — 69,11, Мәләүездә 67,61 мең тонна уңышты бураларға һалғандар. Дәүләкән, Благовар, Ауырғазы райондарында 57 – 58,6 мең тонна ашлыҡ йыйылған.




Вернуться назад