Йүнселдәргә ярҙамға28.08.2015
26 августа Башҡортостан Хөкүмәте республиканың Залог фондын булдырыу хаҡында положениены раҫланы. Был алым төбәк өсөн өҫтөнлөклө һәм әһәмиәтле инвес­тиция проекттарына ярҙам итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Залог фонды бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъект­та­рының кредит ойошмалары һәм инвесторҙар алдындағы бурыстарын түләй алыуын гарантиялай. Был шәхси эш­ҡыуарҙарға һәм ойошмаларға үҙҙәренең бизнес-проекттарын ғәмәлгә ашырыу йәки үҫтереү маҡсатында кредит алыу шарттарын киңәйтә.
Ярҙамды кемгә бирергә мөмкин булыуын республика Хөкүмәте хәл итәсәк. Башҡортостандың Залог фондына индерелгән объекттарҙың яҡынса хаҡы — 10,6 миллиард һум. Артабан Фондтың активтарын арттырыу күҙаллана.




Вернуться назад