“Һауығып, Башҡортостанға ҡайтығыҙ”28.08.2015
Мәскәүгә эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов академик Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталенә барып, Омск ҡалаһындағы казарма емерелеүе һөҙөмтәһендә тән йәрәхәттәре алған Башҡортостан егеттәре менән осрашты, уларҙың ата-әсәһе менән аралашты.

Июль айында ла Башҡортостан етәксеһе хәрбиҙәр эргәһенә килеп киткәйне. Әле уларҙың хәле яҡшырған, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Дауаханала яралыларға юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Владимир Петровтың хәле ҡәнәғәтләнерлек. Төбәк башлығы менән ул госпиталь паркында осрашты. Ә бына Рөстәм Нәбиевте күптән түгел генә реанимация бүлегенән хирургияға күсергәндәр. Әлегә уға йөрөргә ярамай, шуға күрә Рөстәм Хәмитов егет менән палатала аралашты. Республика етәксеһе хәрбиҙәргә тиҙерәк һауығыуын теләне.
— Дауаханала иң яҡшы табиптар, белгестәр эшләй. Һеҙ ышаныслы ҡулда. Хәҙер һауығып, Башҡортостанға ҡайтырға кәрәк, — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 13 июлдә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 1 тирәһендә Омскиҙағы Һауа десанты ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһы емерелде. Һөҙөмтәлә 19 кеше яраланды, 23 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет, һәләк булды. Уларҙың барыһы ла хеҙмәткә быйыл яҙ алынған. Республикабыҙҙан өс егет әле медицина учреждениеһында дауалана.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республика ҡаҙнаһынан һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам өсөн 5 миллион һум бүленде. Шулай уҡ зыян күргән хәрбиҙәрҙе реабилитациялауға һәм дауалауға матди булышлыҡ хаҡында Хөкүмәт бойороғо әҙерләнә.




Вернуться назад