Йөҙҙәр араһынан иң һылыуы28.08.2015
Йөҙҙәр араһынан  иң һылыуы Республиканың 100 һылыуҡайы ҡатнашлығындағы гүзәллек конкурсына йомғаҡ яһалды – финалға үткән 45 бәйгесе араһынан Лиана Ҡолғонина еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

“Мисс Башҡортостан” модель агентлығы икенсе тапҡыр үткәргән был сара Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөнә тап килгәс, тәүге сығышын кон­курсанттар өс төҫтәге күлдәктәрҙә башҡарҙы.
Һылыуҡайҙар 16-нан 25 йәшкә тиклем һәм буй­ҙары 167-нән кәм бул­маҫ­ҡа тейеш тигән шарт ме­нән һайлап алынған. Шу­лай уҡ гүзәлдәрҙең пластик операцияға мөрә­жәғәт итмәүе лә – төп талаптарҙың береһе.
Һайлап алыу туры майҙа уҡ башланған, унда йөҙәрләгән ҡыҙ ҡатнашыу теләген белдергән. Дөрөҫ, быйыл финал тамашаһына 100 һылыуҡайҙы ла йыйып булмаған, әммә икенсе йыл был ниәттең тормошҡа ашыуы ихтимал.
45 һылыуҡай араһындағы иң-иңе тип танылған Салауат ҡалаһы ҡыҙы, БДУ студенты Лиана Ҡолғонина (һүрәттә) еңеүсе тажына, таҫмаһына, “айфон”ға һәм Ҡытайҙа үтәсәк “Донъя мисс-моделе” конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Беренсе вице-мисс исемен Стәрлетамаҡтан Яна Кужелева яулаһа, икенсе вице-мисс призына Магнитогорск ҡалаһынан Светлана Кожаринова лайыҡ булды. Һуңғыһы шулай уҡ “Мисс Азия-2015” халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһенә саҡырыу менән бүләкләнде.



Луиза Зәкирйәнова, сараны ойоштороусы:
– Республиканың талантлы, зирәк ҡыҙҙары ара­һынан иң-иңен билдәләү еңелдән түгел, шулай ҙа төп бүләккә лайыҡлы һылыуҡайыбыҙ табылды.


Вернуться назад