Донъя баҙары көтә!28.08.2015
Донъя баҙары көтә! Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында умартасыларҙың күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға был майҙанда балдың 200-гә яҡын төрө тәҡдим ителә.

– Йәрминкәлә Нуриман, Архангел һәм Иглин райондары умартасылары бик әүҙем ҡатнаша. Йүкә, сәскә балдарының төрлө төрөн килтер­гәндәр. Маҡсатыбыҙ — ҡала халҡын умартасылар, улар етештергән продукция менән яҡшыраҡ таныштырыу, — тине Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов. Уның һүҙҙәренсә, ошондай күләмдәге бал продукцияһы ҡуйылған күргәҙмәләр донъяның башҡа бер илендә лә юҡ.
– Шуға ла республикабыҙҙы фән һәм тех­нологиялар үҫешкән төбәк тип ғо­рур­лыҡ менән атай алабыҙ. Тәҡдим ителгән тауарҙар араһында балдан яһалған 50-нән ашыу косметика продукцияһы, прополислы һыу, өҫтәмәләр һалынған балдың 75 төрө бар, — тип билдәләне Әмир Ишемғолов.
Күргәҙмә-йәрминкәне Халыҡ-ара умар­тасылыҡ ассоциациялары феде­рацияһы президенты Жиль Ратиа ла ҡараны. Ул Башҡортостанға умар­та­сы­лыҡтың бөгөнгө проблемаларына ар­нал­ған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу, Бөрйән һәм Ауырғазы райондарында балдан төрлө продукция етештереүсе предприятиеларҙың эше менән танышыу өсөн килгән.



Жиль РАТИА, Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты:
— Сараны ойошторғанығыҙ һәм мине төбәккә саҡыр­ға­нығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Башҡа илдәр менән умартасылыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән Баш­ҡорт­ос­танды яңы кимәлгә сығарыуға, республикалағы бал продукт­тарын халыҡ-ара баҙарҙа танытыуға тырышлыҡ һа­ла­саҡмын. Һеҙҙә сифатҡа бәйле хәл бик яҡшы, шуға күрә күр­гәҙмәләрҙә таныштырғандан һуң төбәктәге про­дукцияға донъя баҙарҙарына юл киңәйәсәк, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад