Мосолмандарҙа ике ҙур байрам бар – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре. Улар элек-электән изгелеккә, мәрхәмәтлеккә әйҙәгән, халыҡты берләштергән.Изге байрамдар бөгөн дә кешеләрҙе туплай, күңелдәргә иман нуры сәсә. Аят-доғалар, бергәләп намаҙ уҡыу менән башланған көндөң бәрәкәте сикһеҙ. Йыйында балалар тауышы ла ишетелә икән, тимәк, изге эш тамырлы тигән һүҙ.
Республикабыҙҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен ҙур йыйын итеп үткәреү йолаға инә бара. Һәр ауыл-ҡалала тиерлек иман йорто булыуы – башланғыстың төп нигеҙелер. Республикалағы мөфтиәттәр, урындағы хакимиәт етәкселәренең халыҡтың ихтыяжын тойоуы, күркәм ғәмәлдәрҙе хуплауы мәсеттәрҙең ыңғай эшмәкәрлегенә ныҡлы этәргес бирә.

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы ла дини байрамдарҙы бергәләп уҙғарыуҙы күркәм ғәҙәт итеп алды. Баймаҡ һәм Йылайыр менән сиктәш ятҡан был төйәкте ике күркәм мәсет биҙәй. Ауылды ике яҡтан һаҡлап, ҡурсалап торған кеүек улар. Ишектәре һәр саҡ асыҡ, биләмәләре төҙөк. Мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге менән урындағы башлыҡтар ҙа, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәкселәре лә даими ҡыҙыҡһынып тора, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙерҙәр. Мәҫәлән, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин быйылғы Ураҙа ғәйетен йылға буйындағы иркен туғайҙа үткәрергә тәҡдим итте, шул ваҡытта халыҡҡа күңеллерәк буласағын, төрлө уйын ойоштороу мөмкинлеге артасағын билдәләне. Ауыл хакимиәте башлығы ла тәҡдимде ихлас күтәреп алды.
Әл-хәмдү лил-ләһ, байрам ысынлап та күңелле үтте, халыҡ дәррәү йыйылды. Ғәйет намаҙын бергәләп уҡығандан һуң балалар араһында Ҡөрьән аяттарын ятлау конкурсы башланды. Әйткәндәй, бәйгегә сыҡҡан был малайҙар мәсеттә үткәрелгән дини дәрестәргә йөрөй. Әлеге конкурста улар, аят-сүрәләрҙе яҡшы белеүен күрһәтеп, өлкәндәр күңелендә ғорурлыҡ тыуҙырҙы. Айырыуса Заһит Ғиззәтуллин, Инсаф Баязитов, Сынтимер һәм Ханнан Мәжитовтар һоҡландырҙы. Зиһенле, отҡор был малайҙар бәйгелә тәүге урындарҙы бүлеште, башҡа иманлы тиңдәштәре дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булды.
Артабан балалар яланда ойошторолған спорт ярыштарында, көрәштә ихлас ҡатнашты, батутта һикереп кинәнде. Ул арала тирә-яҡҡа тәмле былау еҫе таралды. Йылдағыса, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары мәсет эсендә мул табын әҙерләгәйне.
...Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә күңелгә ял биреп тороу мөһимлеге хаҡында әйткән. “Ул арыһа, һуҡырая һәм изгелектәрҙе күрмәй башлай”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта ял, әлбиттә, йәмғиәткә файҙалы булырға, аралашыу, фекер алышыу, туғандар менән бәйләнеште нығытыу ниәтендә үткәрелергә тейеш. Тормошобоҙ тап ошондай мөнәсәбәт, үҙеңә, яҡындарыңа, Ватаныңа иғтибар, ихтирам, һөйөү көсө менән алға бара. Мәғлүм ки, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре ғәрәп илдәрендә айырыуса ҙурлап билдәләнә: тотош халыҡ өс көн буйы байрам итә, уйындар, ярыштар ойошторола. Беҙҙә лә ошондай күркәм йолаға нигеҙ һалына, әл-хәмдү лил-ләһ. Алда торған Ҡорбан ғәйетен дә, башҡа күркәм байрамдарҙы ла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте өсөн бергәләп, матур итеп үткәрергә яҙһын, иншаллаһ.