Япон студенты беҙҙән өйрәнә28.08.2015
Япон студенты беҙҙән өйрәнә Кендзи Готоға 26 йәш. Ул көтмәгәндә Башҡортостанда уҡып, умартасы булырға ҡарар иткән.

Кендзи тәүге юғары белемде Киото ҡалаһында ала. Урыҫ телен үҙләштерергә теләге уны А.С. Пушкин исемендәге урыҫ теле дәүләт институтына алып килә. Уҡыу йортон тамамлағас, тағы ике йыл үҙҙәрендә эшләй. Ошо ваҡыт тағы Мәскәүгә килә һәм... бал йәрминкәһенә бара.
— Йәрминкәлә башҡорт балын ауыҙ иткәс, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тәме әсир итте. Японияла бал ул тиклем тәмле түгел, моға­йын, әҙерләү технологияһын бел­мәйҙәрҙер...
Кендзи әйтеүенсә, ошонан һуң шифалы, тәмле башҡорт балының серен асырға була. Рәсәйҙәге дуҫтары уға Башҡорт­остан дәүләт аграр университетына уҡырға барырға кәңәш бирә.
Шулай итеп, япон студенты быйыл умартасы һөнәре буйынса диплом алған. Японияға ялға ғына ҡайтҡан икән, яңы уҡыу йылынан белем алыуын артабан дауам итер өсөн аспирантураға киләсәк.
— Башҡортостанда һәйбәт теоретик белем биреп кенә ҡалмайҙар, практика өсөн дә бар шарттар тыуҙырылған. Үҙ эшен белгән, яратҡан уҡытыусылар эшләй, — ти Кендзи. — Бында һөнәрем буйынса башлаған эшемде Японияла дауам итәсәкмен. Башҡорт балын һәм унан етештерелгән продукцияны пропагандалау менән шөғөлләнәсәкмен.
Япон белгесенең пландары ҙур. Уны яҡындары, туғандары ла хуплай.




Вернуться назад