ЙОНДОҘНАМӘ28.08.2015
(31 август – 6 сентябрь)
ҠУҘЫ (21.03 – 20.04)
Техник проблемалар әленән-әле борсоуға һалыр. Тик бәләне “һин генә ғәйепле” тип, яҡындарығыҙға япһарырға ашыҡмағыҙ. Уңыштарығыҙҙан көнләшеү­селәр табылыр.

БУҒА (21.04 – 21.05)
Тиҙлек менән маҡтана алмайһығыҙ. Үс иткәндәй, был аҙнала мәшәҡәттәр өйҙә лә, эштә лә икеләтә артыр, дуҫтарығыҙ кәңәш-ярҙам һорар. Ҡурҡмағыҙ – өлгөрәсәкһегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 – 21.06)
Әллә ҡасан булған хәл-ваҡиғалар шаңдауы үҙен һиҙҙерер, дәрт-дар­манығыҙ һүрелер, моғайын. Кәйе­фегеҙ төшөр, ышанмаусанлыҡ барлыҡҡа килер.

ҠЫҪАЛА (22.06 – 23.07)
Хәҡиҡәткә бөтөнләй яҡын килмәгәндә лә, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Әлегә һеҙҙең өсөн ошо хәл менән килешеп тороу отошло.

АРЫҪЛАН (24.07 – 23.08)
Үҙегеҙҙең әһәмиәтегеҙҙе артыҡ юғары баһалайһығыҙ түгелме? Элекке ҡа­ҙаныш­тарығыҙҙы күреүҙәрен көҫәп, күп ғәмәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡын­дырырһығыҙ.
ҠЫҘ (24.08 – 23.09)
Психология йәһәтенән көслө булмаһағыҙ ҙа, был аҙнала бәғзеләр йәшерергә тырышҡан сифаттарҙы асыҡ төҫмөрләрһегеҙ һәм етешһеҙлектәрҙе үҙ файҙағыҙға ҡулланырға тырышырһығыҙ.

ҮЛСӘҮ (24.09 – 23.10)
Һөжүмгә күсеүегеҙ ихтимал. Өлгөргән тиклеме карьера өсөн файҙаға булыр. Ә бына өйҙә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килмәүегеҙ отошлораҡ.

САЯН (24.10 –22.11)
Көтөлмәгән хәлдәрҙе шулай тейеш тип ҡабул итегеҙ. Тормошоғоҙ ҡырҡа үҙгәреш менән янай икән, бер аҙ туҡтап тороғоҙ.

УҠСЫ (23.11 – 21.12)
Был аҙнаның девизы – сабырлыҡ. Ни генә булмаһын, сығырығыҙҙан сыҡмаҫҡа, тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Шәхси тормошҡа килгәндә, үкенеслерәк булыр, әммә һайлағандан баш тартып бул­маясаҡ.

ЫЛАҠ (22.12 – 20.01)
Аңлашылмаусанлыҡтар көсәйер. Мәҫәлән, бер үк ваҡиғаны һәр кем үҙ күҙлегенән баһалар, әммә бер кем дә хатаһын танырға теләмәҫ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 – 19.02)
Сәйәхәт, йәшәү урынын алмаштырыу өсөн уңышлы аҙна. Һөнәри өлкәлә үҙе­геҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү мөмкинлеге бар.

БАЛЫҠ (20.02 – 20.03)
Төрлө мәғлүмәткә тәүге минуттан уҡ ышанмағыҙ – ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был бигерәк тә яҡындарығыҙ менән булған мөнәсәбәттәргә ҡағыла.


Вернуться назад