Көҙ – ямғырҙарға бай осор, әммә яҡшы ҡулсатырың булғанда был миҙгелдең һәр көнө – мөғжизәгә, яуым-төшөмдәре һоҡланғыс күренешкә әйләнеүе мөмкин.Кибеттә ҡулсатыр һайлағанда туҡымаһының нисек тарттырып һәм нимәләр ярҙамында нығытып ҡуйылыуына иғтибар итегеҙ. Әгәр махсус ҡалпаҡтар менән икән, бик яҡшы, ептәр генә булһа – сифатһыҙ. Каркасының нимәнән яһалыуы ла мөһим. Арасалары – титан ялатылған тутыҡмай торған ҡоростан, остары углепластиктан эшләнгән ҡулсатыр бик оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, елдә лә әйләнеп сыҡмаясаҡ.
Ямғыр ваҡытындағы “тоғро дуҫ”тың көмбәҙе ниндәй туҡыманан булыуын ҡарағыҙ. Ғәҙәттә, атлас йә ебәккә оҡшатып, полиэстерҙан йә ябай нейлондан тегәләр. Ҡыйбатлы ҡулсатырҙың көмбәҙенә мамыҡ ҡушылған була.
Ҡулсатырҙы еүеш сағында йыйырға ярамай, уны тәүҙә ярым асыҡ килеш киптерәләр. Тотошлай асып ҡуйғанда уның туҡымаһының тартылыуы, һуҙылыуы мөмкин. Ҡара ҡулсатырҙың төҫө һарғайыуын тойһағыҙ, уны ҡара сәй ярҙамында таҙалап була. Бысрағын, саңын ебәк, синтетика йә йөн әйберҙәрҙе йыуыу өсөн ҡулланылған махсус химик ҡатнашма менән бөтөрәләр. Ҡулсатырҙы төҫөн яңыртыу өсөн тәүҙә һыуҙа йыуалар, һуңынан бер литр һыуға ике аш ҡалағы һеркә һалынған иҙмә менән һөртәләр, киптерәләр.
Төҫөнә, формаһына килгәндә, ҡулсатырҙы һәр кем үҙ ихтыяжынан сығып һайлай. Ҙур тотҡалы, таяҡ кеүек ҡулсатырҙар бик зауыҡлы күренһә лә, көндәлек өсөн бәләкәйерәктәре уңай. Аксессуарҙың сумка, аяҡ кейеме менән бер төҫтәрәген һайларға тырышығыҙ.