Үҙе матур, үҙе мәшәҡәт28.08.2015
Үҙе матур, үҙе мәшәҡәт Замша аяҡ кейеме күркәм һәм зауыҡлы, әммә уның нәзәкәтле тәрбиә талап итеүен онотмағыҙ. Башҡа материалдарҙан айырмалы, бындай туфли һәм итектәр саңға ла, сыйылыуға ла бик тиҙ бирешә, шуға күрә гел генә үҙең менән махсус щетка йә салфетка йөрөтөргә тура килә. “Матур йәшәүҙе тыйып булмай” тигәндәй, замша кейергә яратҡандар өсөн уны тәрбиәләү серҙәрен асмаҡсыбыҙ.

lТаҙалар алдынан аяҡ кейемен яҡшылап киптерегеҙ. Һуңынан өҫтөндәге саңды йә башҡа сүпте щетка менән ҡағып төшөрөп, ул-был ерҙәрен махсус резина ярҙамында таҙартығыҙ.
lЗамша өҫтөндәге майлы таптарҙы бөтөрөү өсөн унда бензин йә тальк һибеп, бер нисә сәғәт тотоғоҙ, артабан щетка менән эш итегеҙ.
lКөндәлек тәрбиә һәм төҫөн яңыртыу маҡсатында махсус аэрозоль-буяу ҡулланығыҙ. Ул бысраҡҡа ла ҡаршы торор, тоҙ эҙҙәрен дә булдырмаҫ.
lЗамша аяҡ кейеме өсөн ябай крем ҡулланырға ярамай. Бындай туфли, итектәрҙе пластик пакеттарҙа һаҡлау кәңәш ителмәй.
lҮҙенсәлекле материалдың өбөрөһө ҡалҡһын өсөн уны пар өҫтөндә тотоу килешә.
lИтекте һыуҙан, ҡарҙан, тоҙҙан һаҡлаусы махсус составтарҙы яуым-төшөм әүҙемләшкән осорҙа һөртөгөҙ.


Вернуться назад