Составында ацетилсалицил кислотаһы булған дарыуҙарҙы, ҡулланыу ваҡыты үтһә лә, ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙы йорт эштәрендә лә файҙаланып була.Мәҫәлән, вазалағы ҡуныҡты бөтөрөү өсөн уны һыу менән тултырып, бер төймә аспирин төшөрөп болғағыҙ ҙа дарыуҙың тулыһынса иҙелгәнен көтөгөҙ. Һуңынан һыуын түгеп, вазаны һәйбәтләп йыуығыҙ.
Унитаздағы ҡуныҡтан ҡотолоу өсөн 2-3 таблетканы һалып, 5 – 7 минут дауамында ебеткәс, йыуып төшөрөргә кәрәк.
Раковина тығылған осраҡта, унда 4-5 төймә төшөрөп, өҫтөнә һеркә ҡойоғоҙ. Артабан вантуз менән эш итегеҙ, кәрәк булһа, һыу ҙа ҡойоғоҙ. Тығындың эҙе лә ҡалмаҫ!