Быны хәҙер ни эшләтәйем икән?!28.08.2015
Быны хәҙер ни эшләтәйем икән?! Хужабикәләрҙең күбеһе артып ҡалған ризыҡты ҡайҙа итергә белмәй аптырай. Ташларға ашыҡмағыҙ!

Теләһә ниндәй һалҡын аштарҙы ла яңыртып була. Бының өсөн уларҙы, томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға ғына кәрәк. Ә табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр.
Иртәнән йә кистән ҡалған бутҡаларҙан пудинг, котлет, запеканка, ҡоймаҡ әҙерләргә мөмкин. Һыуыҡ бутҡаға йыуылған йөҙөм, һөт, шәкәрҙә туҡылған йомортҡа ҡушығыҙ. Массаны яҡшы итеп болғап, майлы табаға һалып, мейестә бешерегеҙ.
Кис бешерелгән макарон әрәм ҡала тип һис тә хафаланмағыҙ. Иртән уны майлы табаға һалығыҙ ҙа туҡылған бер йомортҡа, бер семтем тоҙ, ярты стакан һөт ҡатнашмаһын өҫтәгеҙ, ҡырғыс аша үткәреп, сыр һибегеҙ. Артабан алтын кеүек төҫкә ингәнсе мейестә бешерегеҙ.



Вернуться назад