“Бысраҡ” телефон28.08.2015
“Бысраҡ” телефон Кеҫә телефонын йәшендә лә, ҡартында ла күрәбеҙ хәҙер. Ҡайһыларында хатта бер нисә төрлөләре лә осрай. Был телефондар өйҙә лә, эштә лә, юлда ла мөһим әйбергә әүерелде.

Йыш ҡулланылғас, телефон аппара­тының тышы ғына түгел, программаһы ла бысраныуы ихтимал. Профилактик таҙартыу үткәреү уның хеҙмәт срогы артыуына булышлыҡ итә, ваҡытынан алда боҙолоуҙан һаҡлай.
Өйҙәге, урамдағы саң, хайуандарҙың йөнө, үҫемлектәрҙең һеркәләре, кейем өбөрөһө һәм башҡа бысратҡыстар теле­фондың эсенә эләгеп, уның эшмәкәр­леген тотҡарлай. Хатта аппарат күгәреп, бәшмәкләнеп киткән саҡтар осрай. Ошо арҡала аппараттың теге йәки был төймә­ләре эшләмәй, кәрәкмәгән командалар баш­ҡарыла, аккумуляторының көсө тиҙ бөтә, микрофоны, динамиктары һүл­пәнәйә.
Бынан тыш, телефондың операциялар системаһы ла бысрай, йәғни эсе кәрәк­мәгән файлдар, яҙмалар, хатта вирустар менән тула. Һөҙөмтәлә техника яй, насар эшләй, кәрәкле мәғлүмәттең дә ҡапыл юғалыуы мөмкин.
Йылынан һыуыҡҡа йә, киреһенсә, һалҡын бинанан эҫе ҡояш аҫтына сыҡҡанда телефондың эсендә дым – бик бәләкәй тамсылар – барлыҡҡа килә, һәм улар техниканың ҡайһы бер өлөштәрен тутығыуға дусар итә. Электр тогы ярҙамында был күренеш бик тиҙ “үҫешә”.
Профилактика кәрәклегенә түбәндә­геләр ишаралай:
- һатып алғанға бер йыл ваҡыт үткән;
- ваҡыты-ваҡыты менән төймәләр эшләмәй;
- һеҙҙең һүҙҙәр йә, киреһенсә, икенсе яҡтағы тауыш насар ишетелә;
- телефон йыш ҡына сәбәпһеҙ һүнә, эшендә тотҡарлыҡтар күренә;
- заряд йыйҙырғысты, sim-картаны, хәтер картаһын урынлаштырыуҙа ҡы­йынлыҡтар тыуа;
- аккумуляторҙың көсө тиҙ бөтә.


Вернуться назад