Ауыр булмаһын йөгө28.08.2015
Дөрөҫ һайланған портфель уҡыусының өлгәшеүенә генә түгел, сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Шуға ла рюкзак, сумкаларҙың сағыулығына ғына түгел, арҡа һөйәге өсөн хәүефһеҙенә лә иғтибар итегеҙ.
Рюкзак һайлағанда уның тығыҙ итеп тултырылған махсус ортопедик “арҡа”һы бармы икәнлеген ҡарағыҙ. Ҡайыштарының киңлеге 4 – 6 сантиметр булырға тейеш, сөнки был китап-дәфтәрҙәрҙең ауырлығын тигеҙ бүлеү өсөн мөһим.
Баланы тәүҙән үк рюкзакты теге йәки был яҡҡа ҡыйшатмай, төҙ аҫып йөрөргә өйрәтегеҙ. Буш рюкзак ни тиклем еңел булһа, шул яҡшы: ауырлығы 1 килограмдан ашмаһын, сөнки 1-се класс уҡыусыһы – 2, өлкәнерәк кластағылар 5,5 килограмдан ауыр күтәрмәҫкә тейеш.
Һатып алғанда шулай уҡ рюкзак йә портфелдең алдында, ҡабырғаларында ҡараңғыла ялтыраған һүрәт-тамғалар булыу-булмауына, ниндәй материалдан эшләнеүенә иғтибар итегеҙ – юғары сифат кеҫәгә лә, сәләмәтлеккә лә яҡшы.