Бер нисә көндән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫасаҡбыҙ. Өс ай дауамында һағындырып өлгөргән белем усаҡтары шат малай һәм ҡыҙҙарҙың гөрләүе менән тулыр, ҡыңғырау, дәрес әҙерләү кеүек төшөнсәләр ҙә яңыса һулыш алыр.
Һис шикһеҙ, уҡыу йылы баланан ғына түгел, ата-әсәнән дә етди иғтибар, тырышлыҡ талап итә. Уның ҡарауы, кем генә “бишле” билдәләрен алып, һәр эште ваҡытында башҡарып, көләс күңел менән белем эстәргә хыялланмай! Йыйылыштан балаң өсөн ҡыҙарып түгел, ғорурланып ҡайтыу ни тора?! Уҡыусы яҡшы өлгәшһен өсөн ни эшләргә? Уға ярҙам итеү тәжрибәле репетиторҙы һәм Интернеттан тейешле докладты табып биреү генә түгел әле.Һүҙлек запасын байытығыҙ,
донъяға ҡарашын киңәйтегеҙ.Баланы үҙ фекерен асыҡ белдерергә өйрәтегеҙ. Йәнһүрәт йә фильм ҡарағандан һуң, уның йөкмәткеһе хаҡында һорашығыҙ, бәләкәстең көнө нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Башҡаларға шәхси фекереңде аныҡ еткереү – һәр һөнәр эйәһе өсөн мөһим һәм күркәм һыҙат.
Эш күплегенә һылтанып, балағыҙ биргән һорауҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Яуапты белмәгән осраҡта уны энциклопедиянан бергәләп эҙләгеҙ – махсус әҙәбиәтте файҙаланырға өйрәтегеҙ.
Уҡыусыны китапханаларға йышыраҡ йөрөтөгөҙ. Заманса техниканан, Интернеттан ғына түгел, кәрәкле белешмәләрҙән, китаптарҙан да мәғлүмәт туплау мөмкинлеген күрһәтегеҙ.
Балағыҙ менән бергә шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр уҡығыҙ, йырлағыҙ. Китаптар хаҡында ҡыҫҡаса һөйләтегеҙ, оҡшаған өлөшөн һүрәт итеп төшөртөгөҙ.
Мәктәп хәлдәре хаҡында һорашығыҙ.Класс, мәктәп тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып тороу баланың яҡшы өлгәшеүенә булышлыҡ итә. Уҡыусының өйгә эшен тулы һәм ваҡытында әҙерләүен күҙәтеп тороғоҙ, әммә быны “уҫал һаҡсы” һымаҡ түгел, ышаныслы, яғымлы мөнәсәбәттә башҡарығыҙ.
Балаға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышығыҙ, насар билдәләре өсөн әрләү генә өлгәшеү кимәлен арттырмаҫ. Киреһенсә, “икеле” алыуҙың сәбәбен, ниндәй фән нисек бирелеүе хаҡында һорашығыҙ, тырышлыҡтың күп еңеүҙәргә илтеүен дә аңына һеңдерегеҙ.
Уҡыусының эш урынын хәстәрләгеҙ.Дәрес әҙерләү, яҙыныу, һыҙыныу өсөн тәғәйенләнгән мөйөш яҡты, уңайлы, таҙа булырға тейеш. Көн режимын төҙөп, ялға ла, эшкә лә ҡулай ваҡыт бүлергә өйрәтегеҙ.
Дөрөҫ туҡландырығыҙ.Организмдың тейешле матдәләрҙе алыу-алмауы мейегә ныҡ тәьҫир итә. Шуға күрә баланың туҡланыу рәүешенә етди иғтибар бүлегеҙ. Заман балалары яратҡан “фаст-фуд” йәш организм өсөн ҙур зыян килтерә, шуға газлы һыу, гамбургер, чипсыларҙы күп ҡулланыуҙы тыйығыҙ. Мейенең эшмәкәрлеге өсөн В төркөмөнә ҡараған витаминдар файҙалы, йәғни сәтләүек, балыҡ, ит, ҡарабойҙай, йәшелсә-емеш ҡулланыу кәңәш ителә.