Армияға ҡарашығыҙ нисек?22.02.2012
Донъяның иң ҙур илендә йәшәйбеҙ тип күкрәк һуғабыҙ. Ана шул бөйөк дәүләттең сиктәрен һаҡлау ихтыяжы власть алдына ҙур талаптар ҡуя. Ай кәртәләнһә, кәртәңде нығыт, тигән боронғолар. Илебеҙ ни тиклем киң, мөһабәт булһа, уның “кәртәләре” лә ныҡлы, бөйөк булырға тейеш. Шул сәбәпле 18-ҙән 27 йәшкәсә ир-егеттәребеҙ Рәсәй Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла.
Тарихтан беләбеҙ: тыуған ерем, илем, халҡым тип яуға, үлем ҡосағына ташланған ҡаһармандарыбыҙҙың исемдәрен ташҡа уйып яҙып бөтөрлөк түгел. Тик һуңғы йылдарҙа армияға бармаусылар күбәйгәндән-күбәйә — шуныһы хафаға һала. Бер нисә йыл элек кенә ир-егеттәрҙе һалдатҡа ғорурлыҡ менән оҙата инек... Бәлки, бының ниндәйҙер мөһим сәбәбе лә барҙыр? Ғөмүмән, армия хеҙмәте кәрәкме?

Салауат КӘРИМОВ, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире:
— Совет осоронда хәрби хеҙмәтте “Ир-ат мәктәбе” тип атай торғайнылар. Ысынлап та, егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үтеп, “һалдат һурпаһын” татыһа, тормош көтөүе лә еңелерәк була ине. Ләкин бөгөн был атама, минеңсә, үҙенең асылына яуап бирмәй. Туҡтауһыҙ хәрби реформалар, географик сиктәрҙең үҙгәреүе һөҙөмтәһендә тотош ил күләмендә илһөйәрлек һүрелеп ҡалғандай. Әле тегендә, әле бында һәләк булып ҡалған һалдаттарҙың яҙмышы борсой, уларҙың ата-әсәһе өсөн йән әрней. Бөгөн хәрби хеҙмәт ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек контракт нигеҙендә генә булырға тейештер, тип иҫәпләйем.

Биктимер АҠҠОЛОВ, мәғариф ветераны, Ишембай районы, Маҡар ауылы:
— Кәрәк. Ул бит — ысын ирҙәр мәктәбе. Армия сафында хеҙмәт иткән йылдар ғүмерлеккә кешенең иҫендә ҡала, яҡшы сифаттар тәрбиәләй, тормошта дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа өйрәтә. Белем тупларға, һөнәр үҙләштерергә кәрәк, әлбиттә, шулай ҙа тыныс йәшәүебеҙ, сабыйҙарыбыҙҙың көләс йөҙө, бәхетле киләсәге нәҡ ана шул һаҡта торған ир-егеттәребеҙгә бәйле түгелме ни? Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа армияға ҡараш үҙгәрҙе. Беҙ йәш саҡта “әрме һурпаһы”н татымағандарҙы, ғөмүмән, егеткә һанамай торғайнылар. Ә бөгөн заманаһы ла, талаптары ла, һалдаттарға ҡараш та башҡасараҡ шул. Әммә Ватан бит үҙгәрмәй... “Бабайлыҡ”ҡа килгәндә, үҙебеҙ уға “ойотҡо” һалабыҙ, минеңсә. Бөтә нәмә ғаиләнән, балалар баҡсаһынан, мәктәптән башлана. Улдарығыҙҙы бәләкәстән көслө рухлы, физик яҡтан әҙерлекле итеп тәрбиәләгеҙ.

Альбина ФӘЙЗУЛЛИНА, өс бала әсәһе, Өфө ҡалаһы:
— Өс ул үҫтерәм. Иң олоһона — 16 йәш. Армия тиһәләр, йөрәгем өшөп китә. Миңә ҡалһа, бер әсә лә ғәзиз балаһын ете ятып, бер төшөнә инмәгән тарафтарға тыныс күңел менән сығарып ебәрә алмайҙыр. Етмәһә, әле бынан, әле тегенән килгән ҡот осҡос хәбәрҙәр былай ҙа болоҡһоу күңелгә шом өҫтәй. Бына әле яңыраҡ ҡына үҙәк матбуғатта Красноярск крайындағы ракета дивизияһында йөҙгә яҡын йәш егеттең үпкәһе шешеп, дауаханаға эләгеүе, 18 йәшлек рядовойҙың вафат булыуы хаҡында мәҡәлә уҡыным. Былтыр ғына ошондай уҡ хәл Силәбе өлкәһендәге хәрби частарҙың береһендә теркәлгәйне. Иң аяныслыһы шул: бындай фажиғәләр берәү-икәү генә лә түгел, тиҫтәләрсә. Ошоларҙан һуң нисек, тота килеп, тормоштоң нимә икәнен дә аңлап бөтмәгән балаңды хеҙмәткә сығарып ебәрәһең? Теләгем бер: Рәсәйҙә лә армия хеҙмәте сит илдәрҙәге кеүек контракт нигеҙендә генә ҡалдырылһа ине. Теләгәндәр барыр. Тәртип тә булыр.

Илнур ӘМИНЕВ, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернаты уҡыусыһы:
— Армия сафында хеҙмәт итеүҙе хуп күрәм, сөнки һәр ир-егет үҙенең Тыуған илен һаҡларға, яҡларға тейеш. Беҙҙең һәр беребеҙ — ватансы. Киләсәктә атайым кеүек диңгеҙ флотында хеҙмәт иткем килә.

Айнур (ысын исем-шәрифен күрһәтмәүҙе һораны):
— Армияға барыу, әлбиттә, кәрәктер, ләкин минең унда хеҙмәт иткем килмәй. Мәктәпте тамамлағас та, институтҡа уҡырға инеү маҡсаты менән янам. Әгәр саҡырһалар, барырға тура килер, моғайын.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Вернуться назад