Был һорауға яуап табыр өсөн тәүҙә алҡа-балдаҡтарҙың нимәнән эшләнеүен асыҡлау мөһим. Шулай ҙа барлыҡ биҙәүестәргә ҡағылышлы бер нисә ҡағиҙәгә ҡолаҡ һалыу яҙыҡ булмаҫ.Бижутерияны, ювелир әйберҙәрҙе лә ҡоро, ҡараңғы урында тоталар, сөнки металл да, таштар ҙа дымды “яратмай”. Бер нисә металды бергә һалмағыҙ: көмөш менән алтын бер-береһенә кире тәьҫир итеүсән. Бижутерияны ҡиммәтле металдан айырым һаҡлағыҙ. Яһалма ташлы биҙәүестәр өсөн ағас ҡумталар бик ҡулай, шулай уҡ уларҙы мамыҡ сепрәккә төрөп ҡуйыу килешә. Юғиһә, яһалма кристалдарҙың сыйылып йә сатнап ҡуйыуы ихтимал.
Ювелир әйберҙәрҙе даими тәрбиәләп, махсус матдәләр ярҙамында таҙалап тороғоҙ. Уларҙы кейер, тағыр алдынан фланель сепрәк менән һөртөгөҙ.
Алтындан, платинанан эшләнгән биҙәүестәрҙе йомшаҡ туҡыма менән көпләнгән футлярҙа, ҡоро һәм ҡараңғы урында һаҡлау кәрәк. Был бигерәк тә юғары келәймәле әйберҙәр өсөн мөһим. Алтынды ҡатырға ҡумтала тоторға ярамай, сөнки көкөрт менән бәйләнешкә инеп, биҙәүес ҡара төҫ аласаҡ. Шулай уҡ пластик һауыт ҡулланыу кәңәш ителмәй.
Көмөштө бик ҡараңғы, ҡоро ергә һалығыҙ. Бындай биҙәүестәр ағас ҡумталарҙы бөтөнләй яратмай, ә бына полиэтиленға бик ыңғай ҡарашта. Йәғни көмөштө ошо материалдан эшләнгән тоҡсайҙа һаҡлау килешә, һәм ул ҡараймаһын өсөн эргәһенә күмер киҫәген һалығыҙ. Һуңғыһы артыҡ дымды үҙенә һеңдерер.
Ынйыны һаҡлауҙың да ҡағиҙәләре бар. Беренсенән, уны көпләнгән махсус һауытҡа йә булмаһа йомшаҡ туҡымаға төрөп һалалар. Бындай биҙәүестәр ҡояшты яратмай. Таҙартыу өсөн саҡ ҡына дымланған салфетка ҡулланыла.
Ҡиммәтле ташлы биҙәүестәрҙе айырым бүлектәре булған ҡумтала һаҡлау килешә. Көнкүреш химияһын ҡулланып эшләгәндә уларҙы сисеп тороғоҙ, юғиһә “ауырый” башлаясаҡтар. Йылына 2 – 3 тапҡыр ювелирҙан таҙарттырыу ҙа мөһим.