Күҙҙәр ни һөйләй?28.08.2015
Күҙҙәр  ни һөйләй? “Күҙ һал һин күҙемә,
Ул һөйләр үҙеңә
Телдәрем әйтә алмаҫ һөйөүҙе...”
тигән юлдар бар бер йырҙа.
Кешенең ҡарашынан ғына уның күңел торошо, сәләмәтлеге хаҡында байтаҡ мәғлүмәт белеп була. Технологиялар йылдам үҫешкән был заманда күҙҙәргә ярайһы уҡ көсөргәнеш кисерергә, ҡулайлашырға тура килә. Көҙгөгә ҡарап, ундағы ҡиәфәтегеҙҙә, күҙҙәрегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәр ҡулай килер.


lТоноҡ күҙҙәр – йоғошло ауырыу эләгеү билдәһе.
lҠыҙарған күҙҙәр – конъюнктивит менән ауырыу, һыуыҡ тейеү билдәһе.
lМөгөҙ ҡатлауының һарғайыуы бауыр ауыртыуы хаҡында хәбәр итә.
lКүҙҙәге буй-буй ҡыҙыл тамырҙар венала ҡандың тығылып тороуын күрһәтә.
lКүҙҙәрҙең эскә батҡанлығы – ябыҡлыҡтан.
lИлай алмау, йәш сыҡмау – А витамины етешмәүҙән.
lКүҙҙәрҙең ары-бире йөрөүе ҡурҡыу, нерв ауырыуҙары хаҡында әйтә.
lЯлтырауыҡ күҙҙәр ҡыҙып китеү, ярһыу тураһында һөйләй.
lКүҙ тирәһенең һарғылт булыуы бауыр һәм үт ҡыуығы сирҙәренә ишаралай.


Вернуться назад