Ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге ҡулына матур балдаҡ, беләҙек тағып йөрөргә ярата. Әммә кешене биҙәүестең күплеге түгел, ә килешле, зауыҡлы итеп һайланыуы матурлай. Дөрөҫ алынмаған балдаҡтың, мәҫәлән, һеҙҙең етешһеҙлектәрегеҙгә тағы ла нығыраҡ иғтибар йүнәлттереүе ихтимал. Ошондай хәлдә ҡалмаҫ өсөн, түбәндәгеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- оҙонса ташлы балдаҡтар бармаҡтарҙы – нәҙек, ҡулды нәзәкәтле, нәфис итеп күрһәтә;- киң балдаҡтар, шулай уҡ ҙур ташлылары ла, ҡулдарҙы ауырайта. Буйы ныҡ ҙур булмаған, ҡулдары ла бәләкәй кешеләргә бындай биҙәүестәр йөрөтөргә кәңәш ителмәй;

- нәҙек, селтәрле биҙәкле балдаҡтар йәш ҡыҙҙарға бигерәк килешә, уларға наҙлылыҡ өҫтәй;
- бер юлы бер нисә балдаҡ тағыу өсөн уларҙы иғтибар менән һайлау, тап килтереү зарур. Бары Көнсығыш стилендәге биҙәүестәрҙе генә ҡулда түгел, хатта бер бармаҡта күп итеп йөрөтөп була.
Балдаҡ һайлар алдынан үҙегеҙҙең үлсәмегеҙҙе тикшереп белегеҙ, юғиһә бәләкәй йә, киреһенсә, ҙур биҙәүес менән мәшәҡәтләнерһегеҙ.