Йоҡо юҡсы...28.08.2015
Йоҡо  юҡсы... “Хаҡлы ялға сыҡҡаныма байтаҡ. Балаларым үҙҙәре ғаилә ҡороп, айырым тора. Мин ауыл ерендә, яңғыҙым. Күңелһеҙ булмаһын өсөн бер нисә баш кәзә тотам. Әммә, кис етһә, бойоҡһота, төрлө уйҙарға батып, йоҡлай алмай ыҙалайым. Көндөҙ, киреһенсә, эш мәлендә күҙҙәр йомола, йоҡо килә”, – тип һуҡрана бер ханым. Хәйер, йоҡоһоҙлоҡтан ололар ҙа, йәштәр ҙә яфа күрә. Бындай осраҡта нимә эшләргә?

1. Көн һайын бер ваҡытта йоҡларға ятығыҙ.
2. Ауыр уй-фекерҙәрҙән арынығыҙ, мәшәҡәтле мәсьәләләр хаҡында уйламаҫҡа тырышығыҙ.
3. Киске сәғәт 6 – 7-ләрҙән һуң ауыр ризыҡ ашамағыҙ, кефир йә емеш-еләк тә етә. Шулай уҡ ҡайнатылған һөт эсеү йоҡо өсөн бик яҡшы.
4. Уң яҡ ҡабырғағыҙға ятып йоҡларға тыры­шығыҙ, был осраҡта йөрәк эшмәкәрлеге лә тотҡарланмаҫ, быуындар ҙа ял итер.
5. Төнөн йоҡо алмағанда ваҡыт тығыҙ, эш күп, иртә торорға кәрәк йә төшкө ял мәле тамамланған икән тип күҙ алдығыҙға килтерегеҙ – күҙҙәрегеҙ йомолғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
6. “Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоу” төшөнсәһен башы­ғыҙҙан бөтөнләй алып ташлағыҙ. “Инде шунса сәғәт, мин һаман уяу” тип ураған һайын көйәләнеүҙән дә нервыларҙың байтаҡ ҡаҡшауы ихтимал. Һәр нәмәне лә тыныс ҡабул итегеҙ, үлемесле бәлә тип ҡарамағыҙ.


Вернуться назад