Һәр нәмәнең үҙ сере28.08.2015
Һәр нәмәнең  үҙ сере lПиццаны табала йылытығыҙ. Ризыҡ бешеп сыҡҡандағылай ҡытырлаҡ, тәмле генә булыр.

lКилешмәгән ерҙә сөскөрөп ебәрмәҫ өсөн телегеҙҙе аңҡауға ҡуйығыҙ – был хәл тыныс ҡына үтер.

lЙүгергәндә ҡабырға тирәһе ауыртмаһын ти­һә­геҙ, һул аяҡ ергә тейгән һайын һулыш сығарығыҙ.


lБанандар тиҙ ҡарай­маһын өсөн уларҙың бергә тоташҡан урынын скотч менән төрөп ҡуйығыҙ. Тәмлекәс 3-5 көн матур һаҡланыр.

lПеченье бешергәндә йомортҡа урынына банан һалырға ла була (ярты банан бер йомортҡаны алмаштыра).

lЭҫе нәмә ҡабып ебәреп, телде бешергән осраҡта, шәкәр ярҙамға килер – ауыртыуҙы баҫыр.


Вернуться назад