Немец белгестәре тәҡдим итә28.08.2015
Немец белгестәре тәҡдим итә Германияла организмдың ҡартайыуына ҡаршы көрәшеүселәр тәжрибә артынан тәжрибә үткәреп, яңы ғилем туплай. “Һәр кеше биологик ҡартайыуын тотҡарлай ала”, – тип иҫәпләй профессор Михаэль Ронцен һәм ҡайһы бер кәңәштәрен бирә.
- Кәрәк-кәрәкмәгәндә медикаменттар ҡулланмағыҙ.

- С, Д, Е витаминдарын ашағыҙ. Улар ҡан тамырҙары өсөн файҙалы.
- Тешегеҙҙе көн һайын яҡшылап, еренә еткереп таҙартығыҙ.
- Тәмәке тартмағыҙ.
- Ир-ат помидор ашарға һәм йәшел сәй эсергә тейеш. Был – простата рагын иҫкәртеү сараһы.
- Ҡояш аҫтында йышыраҡ йөрөгөҙ, ләкин көнөнә 20 минуттан артыҡ түгел.
- Күберәк көлөгөҙ. Был иммун системаһын нығыта.
- Иртәнге ашты яҡшылап ашағыҙ.
- Үҫемлек майын күберәк ҡулланығыҙ.
- Көн һайын нимәгә булһа ла өйрәнегеҙ, шөғөл табығыҙ.
- Аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр спорт менән шөғөлләнегеҙ.
- Хроник ауырыуҙарға юл ҡуймағыҙ.
- Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән даими осрашып тороғоҙ.
- Аҡсағыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе тәртиптә тотоғоҙ.
- Ҡан баҫымығыҙҙы һәм холестерин кимәлен даими үлсәп тороғоҙ.
- Кәүҙә ауырлығы тейешле күләмдә булһын.


Вернуться назад