Гәзит шәп – ҙур рәхмәт!26.08.2015
“Башҡортостан” гәзитен 1960 йылдан бирле ҡалдырмай уҡып киләм. Баҫма биттәрендә донъя күргән яҙмалар бик оҡшай, һәр ҡайһыһынан үҙемә рухи аҙыҡ алам.

Ҡатыным менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Әле урындағы ветерандар советы рәйесемен. Уҡымлы яҙмалар менән ҡыуандырып торған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт еткерәм, эштәрендә уңыштар теләйем.




РЕДАКЦИЯНАН. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Илтүҙәр Әфтәх улы был көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ил ағаһын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!


Вернуться назад