Башҡорт шәле һоҡландырҙы26.08.2015
Калининградта уҙғарылған “Тыныслыҡ биләмәһе” IV халыҡ-ара фестивалендә башҡорт шәлдәре күрһәтелде. Сара барышында ойошторолған был халыҡ ижады йәрминкәһендә Белоруссия, Литва, Польша, Украина, Франция илдәренән, Рәсәйҙең 13 төбәгенән оҫталар ҡатнашты.
Унда республика намыҫын яҡташыбыҙ Ал­һыу Әбсәләмова яҡланы. Шәл бәйләү оҫтаһы Башҡортостан райондарында ошо кәсепте үҙ иткән күп эшҡыуарҙар менән бәйләнеш тота. Әбсәләмовтар ғаиләһенең фермер хужалығы бар, унда йөн һәм кәзә мамығын эшкәртеү менән шөғөлләнәләр.
— Калининградтағы байрам юғары кимәл­дә ойошторолдо, — ти Алһыу Ғәббәс ҡыҙы. — Башҡорт шәленә һоҡланып туйманылар. Ми­неңсә, был фестивалгә ғаилә менән барыу, балаларҙы илебеҙҙең, башҡа дәүләттәрҙең мәҙәниәте менән таныштырыу зарур. Тыныс­лыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылған кешеләрҙе тап халыҡ ижады берләштерә.



Вернуться назад