Яңынан тапшырырға мөмкин26.08.2015
12 сентябргә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын яңынан тапшырыу өсөн ғариза яҙырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Бындай мөмкинлектән имтихан тапшыра алмай аттестатһыҙ ҡалған үҫмерҙәр (Башҡортостанда ундайҙар — 500-гә яҡын), урыҫ теленән һәм математиканан (профилле кимәлде) һынау һөҙөмтәһен яҡшыртырға теләгән элекке сығарылыш уҡыусылары файҙалана ала.
26 сентябрҙә математиканан имтихан тапшырырға мөмкин. Республика Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Жанна Миникеева әйтеүенсә, был көндә төбәктә дүрт пункт асыла. Шуларҙың икәүһе — Өфөлә, берәүһе Салауатта һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында эшләйәсәк.
29 октябрҙә иһә урыҫ теленән имтихан үткәрелә. Ә 9 октябрҙә атап үтелгән ике предметтан да һынау тоторға мөмкин. Имтиханды уңышлы тапшырғандар уҡыу йорттарына киләһе йыл ҡабул ителәсәк.
БДИ-ны яңынан тапшырыуға теркәлеү урындары хаҡындағы мәғлүмәт Мәғариф министрлығы сайтында (www.morb.ru) бирелгән.