Бер-беребеҙгә терәкбеҙ26.08.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Хабаровск крайы Хөкүмәте Рәйесенең инвестиция, территориаль һәм сәнәғәт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Николай Брусникин менән осрашты. Сарала төбәктәрҙең иҡтисади хеҙмәттәшлеге, үҙ-ара сауҙа мөмкинлектәре тикшерелде.

– Яҡын арала Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса яңы сәйәсәткә ярашлы, Хабаровск крайы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре барлыҡҡа килер тигән өмөттәбеҙ, — тине Николай Брусникин. — Әле индустриаль парктар, инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән ҡануниәттең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланабыҙ. Башҡортостанға ла тәҡдим­дәр байтаҡ. Хабаровск крайынан балыҡ ризыҡтары, башҡа аҙыҡ-түлек, сәнәғәт комплексы тауарҙарын ебәрергә әҙербеҙ.
– Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Хабаровск крайы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләк ҙур. Күп йүнәлештәр буйынса эшләргә мөмкин. Яғыулыҡ хаҡында ғына һүҙ бармай, тәү сиратта машиналар эшләү, ауыл хужалығы тауарҙары хаҡында әйтәм, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, Башҡортостандың тауар әй­ләнешендә Хабаровск крайы өлөшө 0,05 процент тәшкил итә. Былтыр сауҙа күләме 182,7 миллион һумға еткән, шуның 97 проценты (177,9 миллион һумы) экспортҡа тура килә. Республикабыҙ Алыҫ Көнсығыш төбәгенә автобустар, дизель яғыулығы, бензин, ҡара металл прокаты, каучук, йорт йыһаздары, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек ебәрә. Башҡортостанға иһә Хабаровскиҙан дарыу, динатрий карбонаты килтерелә.





Вернуться назад