Йөрәккәйе оҙаҡ типһен22.02.2012
Славян халыҡтарының бер аҙналыҡ Масленица байрамы Өфөлә “Ҡоймаҡтан ауыҙ ит – бала ғүмерен ҡотҡар” тигән мәрхәмәтлек акцияһынан башланды. Сараның барышы менән танышыр өсөн Үҙәк универмагтағы “Сани” трактирына барҙыҡ.
– Әйҙәгеҙ, беҙҙең “мәрхәмәтлек ҡоймағы”н тәмләп ҡарағыҙ. Әсеткелә генә бешерҙек. Бер юлы Лизаға ла ярҙам итерһегеҙ, – тине баш ашнаҡсы Нажиә Заһиҙуллина һатып алыусыларға, стенала элеүле торған ҡыҙ бала һүрәтенә күрһәтеп.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һигеҙ йәшлек Елизавета Брагинаның йөрәк клапанында тыумыштан килгән кәмселек бар. Был етешһеҙлек уға кинәнеп йәшәргә, тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп уйнарға мөмкинлек бирмәй. Балаға кисекмәҫтән талап ителгән юғары технологиялы операция бюджет иҫәбенә башҡарыласаҡ, әммә уның өсөн тағы ла ҡиммәтле ҡорамалдар алырға кәрәк. 195 028 һум 56 тин күләмендәге аҡсаны йыйыуҙы “Ғүмер һыҙаты” (“Линия жизни”) сирле балаларҙы ҡотҡарыу хәйриә фонды үҙ өҫтөнә алған. Уға Өфө ҡалаһындағы “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ярҙамға килгән.
“Ғүмер һыҙаты” фонды президенты Фаина Захарова (Мәскәү ҡалаһы) видеомөрәжәғәтендә Өфөлә балаларға юғары технологиялы операция яһау мөмкинлеге булыуына һөйөнөс белдерә. “Республика кардиология диспансеры менән хеҙмәттәшлек осоронда йөҙҙән ашыу баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Донъя кимәлендә эшләүсе табиптарҙың оҫталығы оло ихтирамға лайыҡ”, – ти ул.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермь ҡалаларында ла ауыр хәлдәге балалар хаҡына “мәрхәмәтлек ҡоймаҡтары”н бешерәләр.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад