Бер ағаста – 40 төрлө емеш26.08.2015
Нью-Йорктың Сиракьюс университеты ғалимдары 40 төрлө емеш биргән ғәжәп үҙенсәлекле ағас уйлап сығарған. Унда бер үк ваҡытта слива, персик, абрикос, нектарин, сейәнең бер нисә сорты өлгөрә.

Йыл әйләнәһенә ағас ғәҙәти төҫтә була. Яҙ еткәс, хуш еҫле алһыу, аҡ, ҡыҙғылт сәскәләргә төрөнә.
Профессор Ван Акен был эшкә 2008 йылда тотонған. Бер ағасҡа уртаса биш йыл ваҡыт киткән. Бөгөн иһә музейҙарҙа, йәмәғәт урындарында, шәхси ихаталарҙа ошондай 16 үҫенте емеш бирә.


Вернуться назад