Алдарында мәңге бурыслыбыҙ26.08.2015
Байрамдарҙың йыр-моңға байы ла, сәскәгә күмелгәне лә, бүләктәр менән ҡыуандырғаны ла бар. Шулай ҙа халыҡ күңеленә иң яҡыны, ҡәҙерлеһе — Бөйөк Еңеү көнө.

Ҡәһәрле һуғыштың тере шаһиты булған, фашистарҙы ҡыйратып, иленә ғорур ҡайтҡан һуғыш ветерандары йылдан-йыл һирәгәйә. Тыуған ауылым Маҡарҙан, мәҫәлән, 253 кеше яуға китһә, шуларҙың ни бары 125-е әйләнеп ҡайтҡан. Ә хәҙер ауылыбыҙҙа иҫән фронтовик-ветерандар бөтөнләй ҡалманы.
Илебеҙ тарихындағы үтә ҙур фажиғә тураһында беҙ, балалар, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың һөйләүе, китаптар, кинофильмдар аша ғына беләбеҙ. Үҙем Маҡар ҡыҙы булһам да, тамырҙарым Бөрйән еренә барып тоташа. Әлеге яҙмам ошо ике райондан сыҡҡан һуғыш ҡаһармандары тураһында.
Ҡарт олатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында яҡындан ҡатнаша. Әсәйемдең олатаһы Имәнмөхәмәт Ишмөхәмәтов һуғыштың тәүге көндәрендә үк һалдат шинелен кейә. Сталинград янындағы ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр йәрәхәтләнә һәм госпиталгә ебәрелә. Ләкин яралылар тейәлгән машина тәғәйенләнгән урынға барып етә алмай – өҫтөнә снаряд төшөп шартлай. Шулай итеп, яҡындарымдың ҡулына олатайҙың һуғышта һәләк булғаны тураһында “ҡара ҡағыҙ” тапшырыла. Ҡарт өләсәйем Шәмсиямал ете бала менән яңғыҙ ҡала. Күп тә үтмәй, өлкән улы Мөхтәргә лә повестка тотторалар. Ул һуғышта төрлө яра алһа ла, Берлинғаса барып етә. Артабанғы яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлай, майор дәрәжәһенә тиклем үрләй.
Икенсе ҡарт олатайымдың яҙмышы ла китап яҙырлыҡ. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуып үҫкән Мырҙабай Көмөшбаев 1942 йылдың майында фронтҡа китә. Гөлнәҙек өләсәйемдең хәтирәләренә күҙ һалам: “Иремде һуғышҡа оҙатҡас, һыйырҙарымды егеп, илай-илай яланға сығып киттем. Өйҙә – ҡайным менән ҡәйнәм, ике балам. Инде сәсеүҙе лә тамамланыҡ, ә иремдән бер ниндәй хәбәр юҡ. Шулай төрлө михнәт кисереп, Еңеү көнөн ҡаршы алдыҡ. Бер мәл ҡырҙа бесән әҙерләгәндә, Мырҙабайҙан хат килеп төшкән. Уны ауылдашыбыҙ Ғилметдин ағай Шәрипов килтереп бирҙе. Йөрәгем нисек түҙгәндер... Үлде, хәбәрһеҙ юғалды, тигәндән һуң хаты килеп төшһөн әле!
Иремдең иҫән икәнен белгәс, ҡайтырын түҙемһеҙлек менән көтә башланым. 1946 йылдың ҡышында булды был бәхетле мәл. Ул ваҡытта ауылдаштар менән Күркәтауҙа ағас ҡырҡа инек...” Был иҫтәлекте олатайым Әнүәр Көмөшбаев яҙып алған.
Мырҙабай олатайым һуғышта ҡаты яраланғас: “Әгәр ошонан иҫән-һау ҡотолһам, яңғыҙ ҡалған берәй ҡатынға ярҙам итер инем”, — тип нәҙер әйтә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, ике көндән йәнә бригадирлыҡ эшенә тотона. Ауылда ир-егет ҡулы етмәгәне, күп кенә йорттарҙың етемһерәп ултырғаны күҙгә ныҡ ташлана. Ҡарт олатайым, госпиталдә әйткән нәҙерен иҫенә төшөрөп, ире һуғышта ятып ҡалған күп балалы тол ҡатын Мәфтухаға өйләнә, уның донъяһын рәтләшә башлай. Был ҡарарҙы Гөлнәҙек өләсәйем дә аңлап, тыныс ҡабул итә. Ауылдаштар ике көндәштең татыу ғүмер итеүенә ҡарап һоҡлана. Ҡатындар ҡунаҡҡа ла бергә йөрөй, ярҙамлашып йәшәй.
Мәфтуха инәй яҡты донъянан иртәрәк китә. Уның балалары Гөлнәҙек өләсәйемде үҙ әсәһендәй яҡын күрә. Ҡәҙерлем дә уларҙы кәңәшенән айырмай, йылы һүҙен йәлләмәй, минең балаларым, тип йәшәй. Ул да яҡты донъяла күптән юҡ инде.
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл да тулды. Быйылғы яҙ халҡыбыҙ хәтерендә ҡайғы һәм шатлыҡ менән сорналған иң иҫтәлекле, ҡәҙерле мәлдәрҙең береһе булды. Яу яралары әкренләп уңалһа ла, аяныс һуғыштың ҡот осҡос фажиғәһе онотолмай. Тормошобоҙҙоң тыныс булыуы, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн башын һалған, тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән олатай-өләсәйҙәребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, яҡындарыбыҙға мәңге бурыслыбыҙ.





Вернуться назад