Әле лә нур өләшә26.08.2015
Әле лә нур өләшә Республикабыҙҙа билдәле шәхес Лена Өмөтбаева хеҙмәт юлының 29 йылын Мәғариф министрлығында эшләүгә арнаған. “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән исемдәргә лайыҡ булған ул.

Лена Айса ҡыҙы 1940 йылда Көнбайыш Украинаның Станислав өлкәһендәге Долина ҡалаһында Ҡыҙыл Армия офицеры ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә әсәһе һәм ағаһы менән Башҡортостанға эвакуациялана. Ба­ла сағы Әбйәлил районының (хәҙер – Белорет) Мөхәмәт ауылында үтә. Абҙаҡ, Асҡар мәктәптәрендә белем алып, 1962 йылда БДУ-ның урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын уңышлы тамамлағас, дүрт йыл Әбйәлилдә уҡыта. Унан 1966 – 1997 йылдарҙа Башҡортостандың Мәға­риф министрлығында төрлө вази­фаларҙы башҡара.
Тәүге осорҙа Лена Өмөтбаеваға дүрт район һәм бер ҡала беркетелә, һәр айҙың яртыһы тигәндәй район­дарҙа командировкала үтә. 1968 йылда белгескә коммуналь фатирҙан бер бүлмә бирәләр. Бер аҙҙан министр Фатима Мостафина Лена Айса ҡыҙын “РСФСР-ҙың мәғариф алдын­ғыһы” тигән исемгә тәҡдим итә. Артабан бергә эшләргә насип булған етәкселәр ҙә – Сабир Йыһаншин, Сәбилә Сөләймәнова, Миңлебай Юлмөхәмәтов, Рифҡәт Гарданов, Фирҙәүес Хисамитдинова – Өмөт­баеваға ҙур өмөт бағлай, яуаплы бурыстар йөкмәтә, белгестең һөнәри кимәлен юғары баһалай, тормош шарттарын яҡшыртырға тырыша. 1995 йылда Лена Айса ҡыҙы “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәға­риф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Лена Айса ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай. Ейәндәренә, улы менән килененә ҙур терәк, яҡын кәңәшсе ул. Баҡса эштәре менән шөғөлләнергә лә ва­ҡыт һәм көс таба. Башҡорт­остандың Мәғариф министрлығы иғтибарынан әле лә мәхрүм түгел. Элекке хеҙмәт­тәштәре, дуҫтары менән күрешеп, һөйләшеп, үткән­дәрҙе иҫкә алып, яҡты хәтирәләрҙән көс-дарман алып йәшәй. Өлкән коллегаларын бер ваҡытта ла онотмай, уларға ҙур рәхмәтле.
Бала сағын һуғыш урлаһа ла, ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош­тағы иң изге һөнәрҙең – уҡытыу­сылыҡтың – абруйын күтәреп йә­шә­гән, әле лә нур өләшеүҙән туҡтамаған Лена Айса ҡыҙына бәрәкәтле оҙон ғүмер насип булыуын теләйем.


Вернуться назад