Һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ26.08.2015
Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премияһына “Башҡорт энциклопедия­һы”ның тәҡдим ителеүен беҙ, әбйәлилдәр, ихлас хуплайбыҙ. Ете томдан, 18 меңдән ашыу мәҡәләнән торған ҙур хеҙмәт Башҡортостандың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында тулы мәғлүмәт бирә, тыуған төйәгебеҙҙең Рәсәй тарихындағы, донъяуи үҫештәге мөһим урынын билдәләй.

Энциклопедияла Башҡортостан менән тарихи, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеше булған донъя илдәре, Рәсәй субъекттары, республикабыҙ ҡалалары, райондары, ауылдары, географик объекттары, предприятиелары, улар етештергән продукция, мөһим тарихи ваҡиғалар, бында йәшәгән халыҡтар тураһында төплө мәғлүмәт бирелгән. Фән, мәғариф, әҙәбиәт, мәҙәниәт ҡаҙаныштарына айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. Хеҙмәттә айырым шәхестәрҙең тормош юлы аша барлыҡ Башҡортостан тарихын сағылдырыуға өлгәшелгән. Төбәгебеҙҙә тыуып, унан ситтә йәшәп, изге эштәре менән танылыу яулаған шәхестәр ҙә онотолмаған.
Бихисап фотография, һүрәт, карта, таблицалар менән байытылған энциклопедия томдары һәр кемгә үҙенә кәрәкле мәғлүмәт табыуға ярҙам итә. Бында шулай уҡ тарихи Башҡортостан (Өфө, Ырымбур, Ҡазан һәм Пермь губерниялары) тураһында ла мәғлүмәт етерлек.
Беҙҙең Әбйәлил төбәге тарихы ла республикабыҙҙың төп китабында лайыҡлы сағылыш тапҡан. Районыбыҙҙың бай тәбиғәте, социаль-иҡтисади үҫеше, хужалыҡтағы ҡаҙаныштары, үҙенсәлекле йолалары, мәҙәниәте тулыһынса асылған. Ете томдың һәр береһендә Әбйәлилдә тыуған билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бындай киң йөкмәткеле энциклопедия төҙөү – бөгөнгө Рәсәй тарихында айырым иғтибарға эйә күркәм күренеш. Тарихи-мәҙәни йолалар нигеҙендә башҡарылған хеҙмәт, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ.

И. ӘМИНЕВ,
район башҡорттары
ҡоролтайы рәйесе;
И. ИСЛАМОВ,
Байым урта мәктәбенең
география уҡытыусыһы,
район Советы депутаты;
Р. ЛОТФУЛЛИНА,
райондың тарих һәм тыуған
яҡты өйрәнеү музейы директоры.





Вернуться назад