Ҡояшлы Рәсимә25.08.2015
Аптыратма әле, Рәсимә дуҫ,
Тиҙерәк кенә, зинһар, шылтырат.
“Минме инде үтеп китер кеше?!” –
Кисәгесә көлөп, һин шаярт.

“Мин шаяртам ғына”, - тип әйт элеккесә,
Юҡһа, бына зиһен тарала.
Һәммәбеҙгә ҡояш өләшеүсе
Инең бит һин беҙҙең арала.

Һин ҡояшлы бер йыр ғына булып
Йәшәнең бит яҡты донъяла.
Уның нуры фанилыҡта ҡала,
Нурҙан нурҙар ғына ярала.

Эстәреңдә уттар янғанда ла
Яҡты ине һәр саҡ сырайың.
Һин юҡлыҡҡа нисек күнәйек һуң?
“Раббым, сабырлыҡ бир... Һорайым!”

Барыбер бына ышанғылар килмәй,
Үтеп китте, тиеп, дуҫыбыҙ.
Өнһөҙ телефондан һин әйткәндәй:
“Бәхиллегем бирәм, хушығыҙ!”

Факиһа Туғыҙбаева,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Вернуться назад