Умартасылар майҙан тота25.08.2015
Иртәгә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромы бинаһында рәсми һәм эшлекле даирәләр, умартасылыҡ вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашлығында “Заманса умартасылыҡ: фән, практика һәм инновациялар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторола.

Сарала тармаҡтың бөгөнгө хәле һәм үҫеш мөмкинлектәре, дәүләт ярҙамы, ил һәм донъя кимәлендә башҡорт умартасылығын киң танытыу хаҡында һүҙ барасаҡ.
28 августа иһә Ауырғазы районының Талбазы ауылында XV Республика умартасылар конкурсында һәм IX Республика йәш умартасылар конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә. Унда Башҡортостанға эш сәфәре менән киләсәк Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Жиль Ратианың ҡатнашыуы көтөлә.




Вернуться назад