Һорауҙарығыҙ булһа...25.08.2015
Иртәгә, йәғни 26 августа, көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Рәмил Кәбир улы Исҡужин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы таныҡлыҡ алыуығыҙ һорала. Башҡортостандың башҡа ҡала, райондары халҡы өсөн ҡабул итеүгә яҙылыу телефоны: (347) 280-81-10.


Вернуться назад