“Аҡ кейемдә кил...”25.08.2015
Быйылғы “Һөт иле” фестивалендә флешмоб ойоштороу күҙаллана. Уның маҡсаты – халыҡ араһында һөт­тө танытыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт тормошто пропагандалау.
Флешмоб “Аҡ кейемдә кил, флешмобта ҡатнаш һәм бүләк ал” тигән лозунг менән уҙғарыла. Тәғәйен ваҡытта, йәғни киске сәғәт 5-тә, сараға килеүселәр, сафҡа теҙелеп, “Мин һөт яратам” тигән һүҙҙәрҙе яҙырға тейеш. Теркәү баш ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында иртәнге сәғәт 10-да башлана. Флешмобта 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.




Вернуться назад