Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған ҡәҙерле һалдат!
Бөгөн беҙ иркен, яҡты мәктәптәрҙә белем алабыҙ. Илебеҙ алға бара, күгебеҙ тыныс. Ватаныбыҙ элеккеләй ҡеүәтле һәм көслө, уның менән һәр саҡ ғорурланабыҙ. Барыһы өсөн дә һинең алда сикһеҙ бурыслыбыҙ.
Һалдат! Һәммәбеҙ ҙә – һинең тоҡомоң, балаларың. Әлеге яҡты тормош ғүмерең менән яуланған, изге ҡаныңда йыуылған. Шуның өсөн дә ул беҙгә ифрат ҡәҙерле. Һине һәр саҡ хәтерләйбеҙ. Салт аяҙ күктә яҡты хыялдарың сағыла кеүек. Уларҙы тормошҡа ашырырға, исемеңә тап төшөрмәйенсә, матур йәшәргә тырышабыҙ.
Һин беҙҙең өсөн иң көслө, батыр кеше. Йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәкһең. Һинең хаҡтағы яҡты иҫтәлекте киләсәк быуындарға аманат итеп ҡалдырыу – изге бурысыбыҙ. Ҙур рәхмәт һиңә, һалдат!
Ярат урта мәктәбенең
III класс уҡыусылары.