Өфө дәүләт авиация техник университеты – республикала офицерҙар әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йорто. Бында йәштәрҙе хәрби һөнәрҙәргә өйрәтеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла.
Уҡыу йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Йәгеҙ әле, егеттәр!” тигән конкурс уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Студенттарҙың быйылғы ярышын ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе килде.
Республика етәксеһе, йәштәрҙе оло байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе:
– Минең илем – Рәсәй, тыуған төйәгем – Башҡортостан тип ғорурланып йәшәгеҙ!
Һигеҙ факультеттан һигеҙ команда көс һынашҡан бәйге ҡыҙыу барҙы. Бер команда автоматты һүтеп йыйыу буйынса йылғырыраҡ булһа, гер күтәреүҙә икенселәр иң шәбе булып танылды. Яралының башын бәйләү ҙә таһыллыҡ талап итә. Арҡан тартышыу тағы ла йәнлерәк барҙы. Көйәрмәндәрҙең дәртләндергән тауыштары конкурста ҡатнашыусыларға көс-ҡеүәт биреп торҙо.
Ярыш һуңында еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
И. ХАҠОВ.