Мәктәпкә барғым килә25.08.2015
Ә. Таһирова һүҙҙәре,
М. Сәлимов көйө.

Көн һайын мәктәпкә бара
Күрше ҡыҙы Рәмилә.
Китаптары ла бар уның,
Буяу ҡәләмдәре лә.

– Әсәй, ебәрсе мәктәпкә,
Уҡырмын бары “биш”кә,
Туғанымды ла ҡарармын,
Өлгөрөрмөн бар эшкә.

– Барырһың, – ти әсәй миңә
Унан һорашҡан һайын. –
Тик әҙерәк үҫә төшһөн
Баҡсалағы йәш ҡайын.

Хәҙер көн дә шул ҡайынға
Һибәм һыуҙы күберәк.
Сәскәләр тотоп, мәктәпкә
Барғым килә тиҙерәк.


Вернуться назад