Миңә биш йәш. Өфөлә йәшәйем, балалар баҡсаһына йөрөйөм. Тиңдәштәремә изге эшем тураһында һөйләмәксемен.Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ғүмер иткән олатайым менән өләсәйем янына һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтам. Ҡәҙерлеләрем мине һағынып ҡаршы ала, яратып туймай.
Бөйөк Еңеү байрамында ла Мораҡта булдыҡ. Ҡәҙерлеләрем был көндә тулҡынлана ине, хатта күҙ йәштәрен һөртөп алдылар. Уларға иң изге теләктәремде еткерҙем, ныҡ яратыуымды әйттем. Ҡартатайыма – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Сталинград яуы батыры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Хәсән Барлыбай улы Мәжитовҡа – “Олатайым Волганан Берлинға еткән” тигән йырҙы бүләк иттем. Ҡәҙерлем ныҡ ҡыуанды.
Өлкәндәргә һәр саҡ изгелек ҡылайыҡ, уларҙы һөйөндөрөп йәшәйек, дуҫтар!