Хыялға бирелергә яратам. Бәләкәйерәк сағымда рәссам, президент йә ғалим булырға теләй инем. Хәҙер иһә авиаконструктор һөнәре күңелемә яҡын.Уның менән ҡыҙыҡһыныуым АН-124 “Руслан” самолетын беренсе тапҡыр күргән мәлдән башланды. Был авиация техникаһы мине хайран ҡалдырҙы. Сәғәтенә 800 саҡрым тиҙлектә оса алған ҡеүәтле двигателле самолет 170 тонна йөк күтәрә!
Авиацияға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте белергә теләп, күп уҡыйым, Интернеттағы яҙмаларҙы айырым туплап барам. Бынан тыш, ҡағыҙҙан, ағастан яһалған төрлө моделле самолеттарҙы йыям.
Киләсәктә Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инергә маҡсат ҡуйғанмын. Үҙем уйлап сығарған тәүге истребителде “Ел” тип атарға уйлайым. Ул һәр кемде тиҙлеге менән хайран ҡалдырыр. Шулай уҡ был техника һауала туҡтап тора аласаҡ.
Александр БӘШӘРОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе.