Нимә ул бәхет?25.08.2015
Бәхет – атай-әсәйең, туғандарың булыуы, сәләмәтлек, уҡыуыңдан, эшеңдән ҡәнәғәтлек кисереү, донъяның тыныс тороуы.

Бала тыуыу менән төрлө һынау аша үтә башлай. Тел асылыу, тәпәй баҫыу, баҡсаға, мәктәпкә йөрөү... Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, уңышһыҙлыҡ кисергәндә лә яныбыҙҙа атай-әсәйебеҙ, уҡытыусыларыбыҙ бар. Улар беҙҙе ғилемгә, төрлө һөнәргә, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Был да – ҙур бәхет. Урамға сыҡһаҡ – саф һауа, кейенергә – әйбер, ашарға ризыҡ бар. Булғандың ҡәҙерен белеп ғүмер итергә кәрәклеген төшөнөп үҫеү ҙә бәхеттең бер өлөшөлөр тип уйлайым.

Һылыу ШАҺАПОВА,
Мүзәк мәктәбе уҡыусыһы.



Уҫал ҡаҙ ҙа ҡәҙерле

Ҡайҙа барһам да, тыуған еремде юҡһынам, йәшәгән урамым, изге йортом күҙ алдымдан китмәй.

Хатта күрше инәйҙең мине йәй буйы ыҫылдап ҡурҡытҡан ата ҡаҙы ла, уҫал Аҡбайы ла һағындыра. Тыуған урамым мине үҙенә генә хас тылсымлы моңо менән йәлеп итә кеүек. Бында йорттар ҙа бейегерәк, нур­лыраҡ һымаҡ. Ҡояш ҡалҡыу менән яңғыраған әтәс тауышы, көтөү ҡайт­ҡандағы ҡыңғырау сыңы, әсәйемдең йылы һүҙҙәре, йомшаҡ ҡулдары – барыһы ла шундай ҡәҙерле миңә. Йортомдан, урамымдан айырылып, ситкә сыҡһам, үҙемде әсәһенән айырылған себеш кеүек тоям.

Регина ЗАРИПОВА,
Арлан мәктәбе уҡыусыһы.



Вернуться назад