Өс таған таймай25.08.2015
“Башҡортостан” – беҙҙең ғаилә гәзите. Унда балалар өсөн дә махсус бит сығыуына һөйөнәбеҙ.

Ғаиләлә өс балабыҙ. Мин – иң өл­кәне. Һеңлем Мәҙинә һәм ҡустым Мөхәмәт бар. Өс таған таймай, тиҙәр. Ысынлап та, бер-беребеҙ менән дуҫ-татыубыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡал­майбыҙ.
Мин ҙурайғас ут һүндереүсе булырға теләйем. Мәҙинә һеңлем иһә табип һөнәрен һайларға уйлай. Ә ҡустыбыҙ Мөхәмәт бейергә ярата – артист булыр, моғайын. Әйткәндәй, йыр-моңға бары­быҙ ҙа әүәҫ.



Яңы Әптек ауылы.


Вернуться назад