“Уйлан, кеше” конкурсы22.08.2015
Зәйнәб БИИШЕВА

ҺЫҘЛАНМА,
КҮҢЕЛ


Маҡтауға ымһынма, күңел,
Ул һиңә юлдаш түгел.
Хурлауға һыҙланма, күңел,
Ул һиңә хас эш түгел.
Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ,
Хеҙмәтең ҙур булмаһа,
Хурлауҙар хур итә алмаҫ,
Халҡың һөйөп ҙурлаһа.
Бул һин тик халҡыңа тоғро,
Ит хеҙмәт, арыу белмәй.
Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,
Тик хеҙмәт ҡала үлмәй.


Вернуться назад