Йөрәк сере22.08.2015
Илһөйәр Ғәниева һүҙҙәре
Сара Садиҡова көйө
Дауылдарҙа осто ал яулығым,
Бәлки, таба алырһың ишкәйен.
Йәшләй һөйгән йәрем ятҡа ҡалды,
Әйтегеҙсе, дуҫтар, ни эшләйем?
Уның йөрәге лә юҡһыныуҙан
Һыҙланалыр кеүек ғүмергә.
Ара йыраҡлаша, тик ниңәлер
Ҡауышырбыҙ кеүек күңелгә.
Ник осраның минең тормошомда,
Нур һипмәгәс таңдар атҡанда?
Әммә һүнмәҫ рухым һаман көслө,
Даръя һыуы ташып аҡһа ла.